Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Ғамос 6

6
Вайымһыҙ һәм тәкәббер исраилдарға ҡайғы
1Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар,
Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар,
Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары,
Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!
2Барып ҡарағыҙ Калнеға,
Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп,
Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ:
Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме?
Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?
3Афәт көнөн йыраҡ һанап,
Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.
4Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа
Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ;
Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп
Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың
Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;
5Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ,
Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ.
6Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп,
Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ,
Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.
7Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ,
Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ.
8Раббы Хаким Үҙе менән ант итә,
Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти:
«Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм,
Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым.
Бар халҡы менән ҡалаһын
Дошман ҡулына тапшырам».
9Әгәр берәй йортта ун кеше ҡалһа, улары ла үлер. 10Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Тегеһе: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер.
11Тиҙҙән Раббы бойороҡ бирер ҙә,
Ҙур йорттар селпәрәмә килер,
Бәләкәй йорттар емерелеп төшөр.
12Аттар ҡаяла сабамы?
Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме?
Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға,
Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.
13Ло-Деварҙы#6:13 Ло-Девар – йәһүд телендә «юҡ нәмә» тигән мәғәнәлә. алдыҡ, тип һөйөнәһегеҙ,
Ҡарнаимды#6:13 Ҡарнаим – йәһүд телендә «мөгөҙҙәр» тигән мәғәнәлә. Мөгөҙ иһә көс билдәһе булған. үҙ көсөбөҙ менән яуланыҡ, тиһегеҙ.
14– Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин
Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, –
Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. –
Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып
Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.

Aktualisht i përzgjedhur:

Ғамос 6: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr