Ғамос 4
4
1Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары#4:1 Башан һыйырҙары – Пәйғәмбәр шулай тип Самарияның затлы ҡатындарын атай. Иордандан көнсығышта урынлашҡан ул таулы, уңдырышлы тупраҡлы төбәк үҙенең һыйырҙары һәм көтөүлектәре менән дан тоткан.,
Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған,
Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә:
«Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар,
Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!
2Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә:
«Оҙаҡламай һеҙгә сират етер,
Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр,
Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар.
3Диуарҙағы тишек аша бер-бер артлы
Ҡаланан ситкә алып сығырҙар,
Һармон төбәгенә табан ырғытырҙар», –
тип белдерә Раббы.
Был ҡорбандарҙы Раббы хуш күрмәй
4«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ,
Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ!
Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ,
Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.
5Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ,
Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ!
Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, –
тип белдерә Раббы Хаким. –
6Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ,
Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым.
Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, –
тип белдерә Раббы. –
7Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно. 8Ике-өс ҡала халҡы бер булып күрше ҡалаға һыу эҙләп юлланды, ләкин унда ла туя эсерлек һыу тапманы. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –
9Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсаларын, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –
10Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –
11Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –
12Шуның өсөн дә Мин һиңә шуны ҡылам, Исраил. Мин һиңә шулай эшләргә йыйынғас, Исраил, Аллаңды ҡаршыларға әҙерлән!»
Исеме Уның – Раббы,
Күк ғәскәрҙәре Аллаһы
13Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған,
Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән,
Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән,
Ерҙең армыттарынан атлаған,
Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!
Aktualisht i përzgjedhur:
Ғамос 4: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: