Ғамос 1
1
1Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.
2Ғамос былай тине:
«Сиондан гөрһөлдәй Раббы,
Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй,
Көтөүлектәр тотош сатнап кибә,
Кармәл тауының түбәһе ҡорой».
Раббының Дамаскты язалаясағы
3Раббы былай ти:
«Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән
Ғилғәдте төйгәнгә күрә,
4Хазаилдың һарайына ут төртәм,
Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!
5Дамаск ҡапҡаларының биген ватам,
Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын,
Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм,
Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.
Раббының пелештиҙәрҙе язалаясағы
6Раббы былай ти:
«Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып
Эдомға һатып ебәргән өсөн
7Газа диуарҙарына ут төртәм,
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!
8Ашдодтағы тәхет хужаһын,
Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам;
Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм,
Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.
Раббының Тирҙы язалаясағы
9Раббы былай ти:
«Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Туғандарса килешеүҙе онотоп,
Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып
Эдомға һатып ебәргән өсөн
10Тирҙың диуарҙарына ут төртәм,
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»
Раббының Эдомды язалаясағы
11Раббы былай ти:
«Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән,
Аяу тигән нәмәне онотоп,
Туғанына гел асыу һаҡлаған,
Ярһыуына баш булмаған өсөн,
12Теманға Мин ут төртәм,
Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»
Раббының ғаммондарҙы язалаясағы
13Раббы былай ти:
«Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Биләмәләрен киңәйткән саҡта
Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың
Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,
14Рабба диуарҙарына ут төртәм,
Алыш көнөндә һуғыш ораны,
Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!
15Батшалары менән түрәләре
Һәммәһе һөргөнгә китер», – ти Раббы.
Aktualisht i përzgjedhur:
Ғамос 1: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Ғамос 1
1
1Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.
2Ғамос былай тине:
«Сиондан гөрһөлдәй Раббы,
Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй,
Көтөүлектәр тотош сатнап кибә,
Кармәл тауының түбәһе ҡорой».
Раббының Дамаскты язалаясағы
3Раббы былай ти:
«Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән
Ғилғәдте төйгәнгә күрә,
4Хазаилдың һарайына ут төртәм,
Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!
5Дамаск ҡапҡаларының биген ватам,
Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын,
Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм,
Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.
Раббының пелештиҙәрҙе язалаясағы
6Раббы былай ти:
«Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып
Эдомға һатып ебәргән өсөн
7Газа диуарҙарына ут төртәм,
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!
8Ашдодтағы тәхет хужаһын,
Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам;
Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм,
Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.
Раббының Тирҙы язалаясағы
9Раббы былай ти:
«Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Туғандарса килешеүҙе онотоп,
Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып
Эдомға һатып ебәргән өсөн
10Тирҙың диуарҙарына ут төртәм,
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»
Раббының Эдомды язалаясағы
11Раббы былай ти:
«Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән,
Аяу тигән нәмәне онотоп,
Туғанына гел асыу һаҡлаған,
Ярһыуына баш булмаған өсөн,
12Теманға Мин ут төртәм,
Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»
Раббының ғаммондарҙы язалаясағы
13Раббы былай ти:
«Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Биләмәләрен киңәйткән саҡта
Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың
Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,
14Рабба диуарҙарына ут төртәм,
Алыш көнөндә һуғыш ораны,
Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында
Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!
15Батшалары менән түрәләре
Һәммәһе һөргөнгә китер», – ти Раббы.
Aktualisht i përzgjedhur:
:
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023