І Коринҫостарға 12:8-10
І Коринҫостарға 12:8-10 БАШИЯ2023
Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә. Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.