1
Иҫәп 22:28
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шунда Раббы ишәккә тел бирҙе, һәм ишәк Билғамдан: – Минең һиңә ни зыяным тейҙе? Инде өсөнсө тапҡыр мине туҡмайһың, – тип һораны.
Krahaso
Eksploroni Иҫәп 22:28
2
Иҫәп 22:31
Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Eksploroni Иҫәп 22:31
3
Иҫәп 22:32
Уға Раббы фәрештәһе былай тине: – Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай.
Eksploroni Иҫәп 22:32
4
Иҫәп 22:30
Ишәк иһә Билғамға: – Ғүмер баҡый менеп йөрөгән ишәгең түгелме ни мин? Ошондай ғәҙәтем бар инеме һуң? – тине. Билғам: – Юҡ, – тип яуап бирҙе.
Eksploroni Иҫәп 22:30
5
Иҫәп 22:29
– Мине мыҫҡыл иткәнең өсөн туҡмайым, әгәр ҡулымда ҡылыс булһа, шунда уҡ һине үлтерер инем, – тип яуапланы Билғам.
Eksploroni Иҫәп 22:29
6
Иҫәп 22:27
Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, Билғам менән ҡуша ергә ятты. Асыуы ҡабарған Билғам ишәкте таяҡ менән туҡмарға тотондо.
Eksploroni Иҫәп 22:27
Kreu
Bibla
Plane
Video