1
Яхъя 16:33
Изге Яҙма
Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!
Харьцуулах
Яхъя 16:33 г судлах
2
Яхъя 16:13
Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәт юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.
Яхъя 16:13 г судлах
3
Яхъя 16:24
Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.
Яхъя 16:24 г судлах
4
Яхъя 16:7-8
Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен. Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ
Яхъя 16:7-8 г судлах
5
Яхъя 16:22-23
Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.
Яхъя 16:22-23 г судлах
6
Яхъя 16:20
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.
Яхъя 16:20 г судлах
Нүүр хуудас
Библи
Тѳлѳвлѳгѳѳнүүд
Бичлэгүүд