1
Яҡуп 4:7
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.
Харьцуулах
Яҡуп 4:7 г судлах
2
Яҡуп 4:8
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.
Яҡуп 4:8 г судлах
3
Яҡуп 4:10
Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.
Яҡуп 4:10 г судлах
4
Яҡуп 4:6
Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.
Яҡуп 4:6 г судлах
5
Яҡуп 4:17
Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.
Яҡуп 4:17 г судлах
6
Яҡуп 4:3
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.
Яҡуп 4:3 г судлах
7
Яҡуп 4:4
Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.
Яҡуп 4:4 г судлах
8
Яҡуп 4:14
Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.
Яҡуп 4:14 г судлах
Нүүр хуудас
Библи
Тѳлѳвлѳгѳѳнүүд
Бичлэгүүд