1
Сығыу 9:16
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.
比較
Сығыу 9:16で検索
2
Сығыу 9:1
Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар ҙа әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.
Сығыу 9:1で検索
3
Сығыу 9:15
Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.
Сығыу 9:15で検索
4
Сығыу 9:3-4
һинең яландағы бөтә малыңа – аттарыңа, ишәктәреңә, дөйәләреңә, һыйырҙарыңа, һарыҡ-кәзәңә Раббының ҡаты ҡулы төшөр, аяуһыҙ үләт башланыр. Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».
Сығыу 9:3-4で検索
5
Сығыу 9:18-19
Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ. Көтөү-көтөү малдарыңды ышыҡҡа ҡуй, яландағы һәр нәмәңде йәшер-тыҡшыр. Асыҡ ерҙә ҡалған, ышыҡҡа йәшенмәгән һәр нәмә – кеше лә, мал-тыуар ҙа – боҙ һуғыуҙан харап булыр“».
Сығыу 9:18-19で検索
6
Сығыу 9:9-10
Бөтөн Мысыр өҫтөндә саң күтәрелер, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы эренле шеш баҫыр. Муса менән Һарун, берәр ус көл алып, фирғәүен алдына килеп баҫты. Мусаның көлдө күккә һибеүе булды – кешеләрҙең, мал-тыуарҙың тәнен эренле шеш баҫты.
Сығыу 9:9-10で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ