1
Сығыу 4:11-12
Изге Яҙма
БашИЯ2023
– Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин, Раббы, түгелме ни? Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон.
比較
Сығыу 4:11-12で検索
2
Сығыу 4:10
Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.
Сығыу 4:10で検索
3
Сығыу 4:14
Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул.
Сығыу 4:14で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ