Малахи 3:11-12
Малахи 3:11-12 БАШИЯ2023
Уңышығыҙ харап булмаһын тип, Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип, Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бар ҡәүемдәр бәхетле тип һанар һеҙҙе, Сөнки хайран ерҙә йәшәйһегеҙ», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.