1
Яҡуп 3:17
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.
Porovnat
Zkoumat Яҡуп 3:17
2
Яҡуп 3:13
Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен.
Zkoumat Яҡуп 3:13
3
Яҡуп 3:18
Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.
Zkoumat Яҡуп 3:18
4
Яҡуп 3:16
сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә.
Zkoumat Яҡуп 3:16
5
Яҡуп 3:9-10
Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.
Zkoumat Яҡуп 3:9-10
6
Яҡуп 3:6
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай.
Zkoumat Яҡуп 3:6
7
Яҡуп 3:8
Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: ул – үлемесле ағыу менән тулы тыйылғыһыҙ яуызлыҡ.
Zkoumat Яҡуп 3:8
8
Яҡуп 3:1
Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.
Zkoumat Яҡуп 3:1
Domů
Bible
Plány
Videa