1
Ғәмәлдәр 16:31
Изге Яҙма
БашИЯ2023
– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.
Compara
Explorar Ғәмәлдәр 16:31
2
Ғәмәлдәр 16:25-26
Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө.
Explorar Ғәмәлдәр 16:25-26
3
Ғәмәлдәр 16:30
Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
Explorar Ғәмәлдәр 16:30
4
Ғәмәлдәр 16:27-28
Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. Әммә Паулус: – Үҙеңә яуызлыҡ ҡылма, беҙ барыбыҙ ҙа бында! – тип ҡысҡырҙы.
Explorar Ғәмәлдәр 16:27-28
Inici
La Bíblia
Plans
Vídeos