Яҡуп 1
1
1Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға#1:1 Ун ике ырыу – донъя буйлап таралған йәһүд мәсихселәре йәки донъялағы барса мәсихселәр. Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!
Һынауҙар һәм иман
2Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ. 3Иманығыҙҙың һыналыуы сыҙамлылыҡ тыуҙырыуын беләһегеҙ бит. 4Ә сыҙамлыҡ, һеҙ өлгөрөп еткән һәм камил, бер ниндәй кәмселекһеҙ булһын өсөн, үҙ эшен ахырына еткерһен. 5Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер. 6Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған. 7Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын. 8Бындай әҙәм, нимә генә эшләһә лә, икеләнә, эштәрендә тотороҡһоҙ.
Һыналыу һәм ҡотҡо
9Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын, 10#Зәб 102:15-16; Ишғ 40:6-7.ә бай – түбән төшөрөлөүе менән, сөнки ул ялан сәскәһе кеүек юҡҡа сығасаҡ. 11Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.
12Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ. 13Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. 14Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта. 15Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.
16Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым. 17Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй. 18Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.
Тыңлағыҙ һәм үтәгеҙ
19 #
Хик 17:27; Вәғ 5:1. Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын, 20сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй. 21Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.
22Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына. 23Алла һүҙен ишетеп тә, уны үтәмәгән үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: 24үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, ниндәй икәнен дә онота. 25Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ. 26Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ. 27Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.
Цяпер абрана:
Яҡуп 1: БашИЯ2023
Пазнака
Падзяліцца
Капіяваць

Хочаце, каб вашыя адзнакі былі захаваны на ўсіх вашых прыладах? Зарэгіструйцеся або ўвайдзіце
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: