Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.