1
Ғәмәлдәр 16:31
Изге Яҙма
БашИЯ2023
– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.
Параўнаць
Даследуйце Ғәмәлдәр 16:31
2
Ғәмәлдәр 16:25-26
Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө.
Даследуйце Ғәмәлдәр 16:25-26
3
Ғәмәлдәр 16:30
Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
Даследуйце Ғәмәлдәр 16:30
4
Ғәмәлдәр 16:27-28
Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. Әммә Паулус: – Үҙеңә яуызлыҡ ҡылма, беҙ барыбыҙ ҙа бында! – тип ҡысҡырҙы.
Даследуйце Ғәмәлдәр 16:27-28
Стужка
Біблія
Планы чытання
Відэа