Зәкәрьяһ 14

14
Алла батшалығы
1Бына Раббы көнө килә!
Эй Йәрүсәлим халҡы,
Һинән талап алынған малды
Күҙ алдыңда бүлешерҙәр.
2– Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.
3Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр. 4Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер. 5Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.
6Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр. 7Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр.
8Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.
9Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.
10Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор. 11Унда кешеләр йәшәр, уны башҡа бер ваҡытта ла харам ҡылмаҫтар һәм Йәрүсәлим имен-аман ғүмер итер.
12Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер. 13Ул көндө Раббы кешеләргә ҡот осҡос дәһшәт күндерер. Һәр кем үҙенең янындағы әҙәмгә йәбешеп, бер-береһенә ҡаршы ҡул күтәрерҙәр. 14Хатта Йәһүҙә халҡы ла Йәрүсәлимдәге һуғышҡа ҡушылыр. Уның әйләнә-тирәһендәге барса ҡәүемдәрҙең бөтә байлығы: бик күп алтын-көмөш, кейем-һалым яумал булып алыныр. 15Ошондай уҡ үләт дошман ғәскәрҙәренең тупламдарындағы бөтә мал-тыуарға: аттар, ҡасырҙар, дөйәләр һәм ишәктәргә лә төшөр.
16Йәрүсәлимгә һөжүм иткән ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр һәм, Ҡыуыш байрамын билдәләр өсөн, йыл һайын Йәрүсәлимгә килер. 17Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ҡайһыларылыр Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә бармаһа, уларҙа ямғыр яумаҫ. 18Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер. 19Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр.
20Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр. 21Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ.

ማድመቅ

ያጋሩ

ኮፒ

None

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ