Зәкәрьяһ 13
13
Йәрүсәлимдең боттарҙан һәм ялған пәйғәмбәрҙәрҙән таҙартыласағы
1Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.
2– Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын. 3Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер.
4Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ. 5«Мин пәйғәмбәр түгелмен, ер эшкәртеүсемен. Йәшлегемдә бер кеше мине үҙенә ҡол булараҡ һатып алды», – тип әйтер. 6«Ҡулдарыңда ниндәй яралар ул?» – тип һорағандарға: «Былар минең дуҫтарымдың өйөндә алған йәрәхәттәр», – тип яуап ҡайтарыр.
Көтөүсенең һәләкәте, ҡуйҙарҙың таралыуы
7«Эй ҡылыс, уян!
Миңә яҡын булғанға,
Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! –
Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын!
Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.
8Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, –
Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр,
Өстән бере иҫән ҡалыр.
9Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын,
Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен;
Алтынды һынаған һымаҡ һынармын:
Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар,
Мин дә уларға яуап бирермен,
„Улар – Минең халҡым“, – тиермен.
Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».
Currently Selected:
Зәкәрьяһ 13: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023