1
Римдарға 2:3-4
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Һин, әҙәм, шундай эштәр ҡылған башҡаларҙы ғәйепләп, ә үҙең шуны уҡ ҡылып, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Римдарға 2:1
Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.
3
Римдарға 2:11
Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
4
Римдарға 2:13
Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.
5
Римдарға 2:6
Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер
6
Римдарға 2:8
ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.
7
Римдарға 2:5
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች