1
ІІ Коринҫостарға 1:3-4
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан! Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
ІІ Коринҫостарға 1:5
Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.
3
ІІ Коринҫостарға 1:9
Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.
4
ІІ Коринҫостарға 1:21-22
Алла һеҙҙе һәм беҙҙе Мәсихтә Үҙе нығыта. Ул, беҙгә зәйтүн майы һөртөп, Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Изге Рухын бирҙе.
5
ІІ Коринҫостарға 1:6
Ҡайғырабыҙ икән – был һеҙҙең йыуаныуығыҙ һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуанабыҙ икән, был йыуанысығыҙ өсөн булыр. Ә был беҙгә кисерергә тура килгән ғазаптарҙы һеҙгә лә түҙемлек менән кисерергә көс бирә.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች