1
Лукас 15:20
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.
तुलना करा
एक्सप्लोर करा Лукас 15:20
2
Лукас 15:24
Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.
एक्सप्लोर करा Лукас 15:24
3
Лукас 15:7
Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.
एक्सप्लोर करा Лукас 15:7
4
Лукас 15:18
Хәҙер үк ҡайтайым да: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым.
एक्सप्लोर करा Лукас 15:18
5
Лукас 15:21
Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.
एक्सप्लोर करा Лукас 15:21
6
Лукас 15:4
– Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни?
एक्सप्लोर करा Лукас 15:4
मुख्य
बायबल
योजना
व्हिडिओ