Левиҙәр 4

4
Гонаһ ҡорбаны
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.
3Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен. 4Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын. 5Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың бер ни тиклем ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен. 6Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен. 7Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен. 8-10Һуңынан ҡаһин, татыулыҡ ҡорбаны башмағының майын айырып алған һымаҡ, гонаһ ҡорбанына салынған башмаҡтың бөтә майын – эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. Уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны усағында яндырһын. 11Ә башмаҡтың тиреһен, башы-тояғы менән бергә бөтә итен, эсәк-ҡарынын, нәжесен – 12ғөмүмән, тотош башмаҡты – тупламдан ситкә алып сығып, көл түгә торған таҙа урында утын өҫтөнә һалып яндырһын.
13Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала. 14Ҡылынған гонаһы билдәле булғас, халыҡ Осрашыу сатыры алдына, гонаһ ҡорбаны итеп, бер үгеҙ башмаҡ килтерергә тейеш. 15Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын. 16Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен. 17Ҡаһин бармағын ҡанға манып, Раббы хозурында, пәрҙә алдында ете тапҡыр һирпһен. 18Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен. 19Башмаҡтың бөтә майын алып, ҡорбан усағында яндырһын. 20Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр. 21Ҡаһин үҙенең гонаһы өсөн килтерелгән башмаҡты тупламдан ситкә алып сығып нисек яндырһа, быныһы ла шулай яндырылһын. Был – халыҡтың гонаһы өсөн ҡорбан.
22Әгәр ҙә етәкселәрҙән берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының, үҙенең Аллаһының, бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була. 23Ҡылған гонаһы үҙенә билдәле булғас, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтерһен. 24Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны. 25Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен. 26Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.
27Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була. 28Ҡылған гонаһы үҙенә белдерелгәс, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә килтерһен. 29Ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын. 30Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен. 31Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.
32Әгәр берәйһе гонаһ ҡорбаны итеп көтөүҙән һарыҡ бәрәсе алып килһә, ул кәмселекһеҙ орғасы мал булһын. 33Ул кеше ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын. 34Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен. 35Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Левиҙәр 4: БашИЯ2023

ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ