Левиҙәр 5
5
1Әгәр ҙә берәйһе ниндәй ҙә булһа эште күрһә йәки шул турала ишетеп белһә, әммә шаһиттарҙы ләғнәтләү ҡурҡынысы аҫтында хөкөмгә саҡырғанға хәбәрҙар булып та шаһитлыҡ итмәһә, ул ошо ғәйебенең язаһын күтәрер. 2Йәки берәү белмәйенсә, нәжес һаналған әйбергә, хәрәм йәнлектең, хәрәм малдың йәки һөйрәлеүсенең үләкһәһенә ҡағылһа, үҙе шул турала белмәһә лә, нәжес була һәм ғәйепле һанала. 3Йәки берәү үҙе лә белмәйенсә кеше нәжесенә – бысрата торған нимә генә булмаһын – ҡағылһа, башта үҙе был хаҡта белмәһә, һуңынан ғына белһә лә, ғәйепле була. 4Йәки берәү уйлап тормайынса яҡшылыҡ йәки яманлыҡ ҡылырға ант итһә һәм бының уйламайынса әйтелгәнен һуңынан ғына аңлаһа, был кеше ғәйепле була.
5Әгәр ҙә кеше ошо эштәрҙең береһендә ғәйепле булһа, ул үҙенең гонаһын таныһын 6һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.
7Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр. 8Уларҙы ҡаһинға алып килһен. Ҡаһин тәүҙә гонаһ ҡорбаны ғәмәлен башҡарыр: ҡоштоң муйынын бороп һындырыр, әммә башын өҙөп алмаҫ. 9Гонаһ ҡорбанының бер аҙ ҡанын ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпер, ҡандың ҡалғанын усаҡтың төбөнә ағыҙыр. Был – гонаһ ҡорбаны. 10Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.
11Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның#5:11 Эфа – ашлыҡ, ярма, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л. ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны. 12Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны. 13Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.
Ғәйеп ҡорбаны
14Раббы Мусаға былай тине:
15– Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен. 16Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.
17Кем дә булһа гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарының береһенә ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, үҙе был хаҡта белмәһә лә, ғәйепле булыр һәм ғәйебенең язаһын күтәрер. 18Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр. 19Был – ғәйеп ҡорбаны, сөнки ул кеше Раббы ҡаршыһында ғәйепле ине.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Левиҙәр 5: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023