Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең,
Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең.
Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн,
Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!
Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың,
Инде хәҙер алдын була алмаҫһың.
Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып,
Ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.