Иҫәп 2

2
Сатырҙарҙың урынлашыу тәртибе
1Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
2– Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон.
3Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын. 4Уның ғәскәрендә иҫәпкә ингәндәрҙең һаны – етмеш дүрт мең алты йөҙ кеше. 5Улар янында Исасхар ырыуы туплам ҡорһон. Исасхарҙарҙың башлығы Суғар улы Неҫанил булһын. 6Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле дүрт мең дүрт йөҙ кеше. 7Шунан Зевулун ырыуы урынлашһын. Уларҙың башлығы Хелон улы Әлиав булһын. 8Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле ете мең дүрт йөҙ кеше. 9Йәһүҙә тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һикһән алты мең дүрт йөҙ кеше инә. Юлға улар беренсе булып ҡуҙғала.
10Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын. 11Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ алты мең биш йөҙ кеше. 12Рәүвәндәр эргәһенә Шимғон ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Суришаддай улы Шелумиил булһын. 13Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле туғыҙ мең өс йөҙ кеше. 14Артабан – Ғад ырыуы. Ғадтарҙың башлығы Деғуил улы Әлъясаф булһын. 15Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле кеше. 16Рәүвән тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле бер мең дүрт йөҙ илле кеше инә. Юлға улар икенсе булып ҡуҙғала.
17Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын.
18Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын. 19Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ мең биш йөҙ кеше. 20Әфраимдар эргәһенә Менашше ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Педаһсур улы Гамлиил булһын. 21Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ ике мең ике йөҙ кеше. 22Артабан – Бинйәмин ырыуы. Бинйәминдәрҙең башлығы Ғидғони улы Авидан булһын. 23Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ биш мең дүрт йөҙ кеше. 24Әфраим тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һигеҙ мең бер йөҙ кеше инә. Юлға улар өсөнсө булып ҡуҙғала.
25Дан тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан төньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер булһын. 26Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – алтмыш ике мең ете йөҙ кеше. 27Дандар эргәһенә Ашер ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы – Ғохран улы Пағиил булһын. 28Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ бер мең биш йөҙ кеше. 29Артабан – Нафтали ырыуы. Нафталиҙарҙың башлығы Ғенан улы Ахирағ булһын. 30Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле өс мең дүрт йөҙ кеше. 31Дан тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле ете мең алты йөҙ кеше инә. Юлға улар иң һуңғы булып ҡуҙғала.
32Шулай итеп, исраилдарҙы ғаиләләре буйынса иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе: тупламдағы ғәскәрҙәрҙә йәмғеһе алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле кеше булды. 33Ә левиҙәр, Раббының Мусаға биргән бойороғона ярашлы, Исраил ырыуҙары менән бер иҫәпкә индерелмәне.
34Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты.

वर्तमान में चयनित:

Иҫәп 2: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर

कॉपी

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in