Иҫәп 1
1
Исраилдарҙы иҫәпкә алыу
1Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:
2-3– Һарун менән икегеҙ тотош Исраил йәмғиәтен нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һанап сығығыҙ. Йәше егерменән уҙған һуғышҡа яраҡлы бөтә ир затын, төркөмдәргә бүлеп, берәм-берәм исемләп иҫәпкә алығыҙ. 4Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ. 5Бына һеҙгә ярҙам итәһе кешеләрҙең исемдәре:
Рәүвәндән – Шедеур улы Әлисур; 6Шимғондан – Суришаддай улы Шелумиил; 7Йәһүҙәнән – Ғамминадав улы Нахшон; 8Исасхарҙан – Суғар улы Неҫанил; 9Зевулундан – Хелон улы Әлиав; 10Йософ нәҫеленән: Әфраим ырыуынан – Ғаммиһуд улы Әлишамағ; Менашше ырыуынан – Педаһсур улы Гамлиил; 11Бинйәминдән – Ғидғони улы Авидан; 12Дандан – Ғаммишаддай улы Ахиғәзер; 13Ашерҙан – Ғохран улы Пағиил; 14Ғадтан – Деғуил улы Әлъясаф; 15Нафталиҙан – Ғенан улы Ахирағ. 16Былар – йәмғиәттең атаҡлы ирҙәре, ырыу башлыҡтары, Исраилдың хәрби төркөмдәре етәкселәре.
17Муса менән Һарун, исемләп аталған был кешеләрҙе алып, 18-19икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.
20-21Исраилдың баш балаһы Рәүвән ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ алты мең биш йөҙ булды.
22-23Шимғон ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле туғыҙ мең өс йөҙ булды.
24-25Ғад ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле булды.
26-27Йәһүҙә ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, етмеш дүрт мең алты йөҙ булды.
28-29Исасхар ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле дүрт мең дүрт йөҙ булды.
30-31Зевулун ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле ете мең дүрт йөҙ булды.
32-33Йософ улы Әфраим ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ мең биш йөҙ булды.
34-35Менашше ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ ике мең ике йөҙ булды.
36-37Бинйәмин ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ биш мең дүрт йөҙ булды.
38-39Дан ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, алтмыш ике мең ете йөҙ булды.
40-41Ашер ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ бер мең биш йөҙ булды.
42-43Нафтали ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле өс мең дүрт йөҙ булды.
44Муса, Һарун һәм Исраилдың ун ике башлығы – һәр ырыуҙан бер вәкил – исемлеккә теркәгән ирҙәрҙең һаны шулай булды. 45Йорт-ғаиләләре буйынса иҫәпкә алынған, йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы Исраил ирҙәренең һаны 46алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле булды.
47Әммә улар араһында ата-бабаларының ырыуы буйынса левиҙәр, уларҙың ғаиләләре иҫәпкә алынманы, 48сөнки Раббы Мусаға былай тигәйне:
49– Леви ырыуын һанама, уларҙы исраилдар менән бер иҫәпкә индермә. 50Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон. 51Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен. 52Исраилдар үҙ сатырҙарын һәр ҡайһыһы үҙ төркөмөндә, үҙ байрағы аҫтында ҡорһон. 53Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.
54Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, исраилдар тап шулай эшләне.
वर्तमान में चयनित:
Иҫәп 1: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर
कॉपी

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023