Сығыу 17:6-7
Сығыу 17:6-7 БАШИЯ2023
Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне. Был урынды ул Масса һәм Мерива тип атаны. Сөнки унда Исраил халҡы дәғүәләшкәйне һәм: «Раббы беҙҙең арабыҙҙамы, әллә юҡмы?» – тип Раббыны һынап ҡарағайны.