Миха 5
5
1Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый!
Беҙҙе ҡамауға алдылар,
Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.
2Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм,
Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да,
Минең ихтыярым буйынса,
Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр.
Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.
3Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға тиклем
Раббы исраилдарҙы дошмандарына бирәсәк.
Һуңынан бөтә туғандары исраилдарға ҡайтасаҡ.
4Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән,
Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер,
Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр,
Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.
5Ул халҡына тыныслыҡ килтерер.
Исраилдың дошмандар өҫтөнән тантанаһы
Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа,
Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа,
Уға төбәп ете көтөүсе,
Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр.
6Ашшур ерендә – ҡылыс менән,
Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр.
Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп,
Еребеҙгә аяҡ баҫһа,
Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр.
7Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары
Бихисап халыҡтар араһында
Раббының ысығы һымаҡ,
Һис кем уйламаған, көтмәгәндә
Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.
8Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары
Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында,
Урман кейектәре араһындағы арыҫлан,
Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр:
Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар,
Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.
9Эй Исраил, ҡулың дошмандарыңдың өҫтөнә ҡалҡһын,
Һиңә ҡаршы булғандарҙы тар-мар итһен.
10«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, –
Мин һинең аттарыңды юҡ итермен,
Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын.
11Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп,
Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен.
12Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн,
Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр;
13Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен,
Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың.
14Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын,
Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен.
15Баш бирмәҫ халыҡтарҙан
Асыуланып-ярһып үс алырмын».
Currently Selected:
Миха 5: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023