Маҫҫайос 9
9
Фалиж һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
(Мрк 2:3-12; Лк 5:18-26)
1Ғайса, кәмәгә ултырып, күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға#9:1 Үҙе йәшәгән ҡала – Капернаум. килде. 2Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
3Шунда ҡайһы бер ҡанун белгестәре эстән генә: «Был Кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. 4Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса:
– Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны. 5– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? 6Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
7Теге торҙо ла ҡайтып китте. 8Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.
Ғайсаның Маҫҫайосты саҡырыуы
(Мрк 2:14-17; Лк 5:27-32)
9Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға:
– Миңә эйәр, – тине.
Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе.
10Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. 11Быны күргән фарисейҙар шәкерттәрҙән:
– Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һораны.
12Ғайса, быны ишетеп, уларға:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. 13#Һош 6:6.Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Ураҙа хаҡында һорау
(Мрк 2:18-22; Лк 5:33-39)
14Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан:
– Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны.
15Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ. 16Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул ямаулыҡ, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 17Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр.
Үлгән ҡыҙ һәм ауырыу ҡатын
(Мрк 5:22-43; Лк 8:41-56)
18Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды:
– Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.
19Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте. 20Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды. 21Ул эстән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 22Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп:
– Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине.
Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.
23Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе.
24– Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына.
Унан көлөргә тотондолар. 25Кешеләр өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотҡайны, ҡыҙ урынынан торҙо. 26Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.
Ғайсаның йәнә күптәрҙе һауыҡтырыуы
27Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан:
– Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.
28Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде.
– Һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ғайса.
– Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. 29Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла:
– Ышаныуығыҙға күрә булһын, – тине. 30Шунда уларҙың күҙҙәре асылды. Ғайса уларҙы:
– Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы.
31Улар иһә сығыу менән Ғайса тураһында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөй башланы.
32Улар киткәндән һуң Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. 33Ғайса енде ҡыуып сығарғас, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалып:
– Исраилда бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине.
34Ләкин фарисейҙар:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип һөйләнә башланы.
35Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы. 36#Иҫп 27:16-17; Ишғ 53:6; Зөл 34:5.Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине. 37Шул саҡ Ғайса шәкерттәренә:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. 38Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.
Currently Selected:
Маҫҫайос 9: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023