Маҫҫайос 6
6
Хәйер-саҙаҡа биреү
1Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.
2Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 3Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен. 4Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе
(Мрк 11:25-26; Лк 11:2-4)
5Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 6Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
7Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. 8Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорамаҫ борон уҡ Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белеп тора. 9#Ишғ 63:16.Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ:
Күктәге Атабыҙ!
Исемең мөҡәддәс булып танылһын.
10Һинең Батшалығың килһен.
Күктәге кеүек, ерҙә лә
Һинең ихтыярың үтәлһен.
11 #
Хик 30:8. Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.
12Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек,
Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.
13Беҙҙе һынауға дусар итмә,
ә Иблистән#6:13 Иблистән – грек телендә был һүҙҙе «яуыздан» тип тә аңларға мөмкин. һаҡла#6:13 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Һинең Батшалығың да, ҡөҙрәтең һәм шөһрәтең дә мәңгелек. Амин» тигән һүҙҙәр ҙә бар..
14Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар. 15Әммә башҡаларҙың насар ғәмәлдәрен ғәфү итмәһәгеҙ инде, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡамаҫ.
Ураҙа тотоу
16 #
Ишғ 58:5. Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. 17Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу. 18Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер.
Ысын хазина
(Лк 12:33-34; 16:13)
19Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай. 20Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай. 21Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит.
22Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр. 23Ә инде күҙең зәғиф булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!
Алла һәм байлыҡ
24Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа#6:24 Байлыҡ – арами телендә «мамон». ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре
(Лк 12:22-31)
25Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? 26#Әйп 38:41; Зәб 146:9.Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? 27Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. 29#3 Бат 10:4-7; 2 Йыл 9:3-6.Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. 30Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?
31Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ. 32Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә. 33Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер. 34Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.
Currently Selected:
Маҫҫайос 6: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023