Маҫҫайос 23

23
Ғайсаның ҡанун белгестәрен һәм фарисейҙарҙы фаш итеүе
(Мрк 12:38-39; Лк 11:39-52; 20:45-46)
1Бынан һуң Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте:
2– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды. 3Шуға күрә уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. 4Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. 5Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын#23:5 Изге Яҙмаларҙан өҙөктәр туплаған ҙур булмаған ҡумтаны доға ваҡытында үҙҙәренә бәйләгәндәр. киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. 6Табындың түрендә һәм ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа ултырырға яраталар. 7Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә. 8Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған. 9Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар. 10Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки һеҙҙең берҙән-бер Уҡытыусығыҙ – Мәсих. 11Арағыҙҙа иң бөйөгө кем, шул һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын. 12#Хик 29:23.Кем үҙен-үҙе күтәрә, шул түбәнһетелер, ә кем үҙен түбәнһетә, шул күтәрелер.
13-14– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!#23:13-14 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 14-се аят та бар: «Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Һеҙ ике йөҙлө! Тол ҡатындарҙың өйҙәрен үҙегеҙгә алаһығыҙ һәм, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡылаһығыҙ. Былар өсөн айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәкһегеҙ».
15Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Үҙегеҙ тотҡан иманға тик берәүҙе генә булһа ла килтерер өсөн, диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде маҡсатығыҙға өлгәшкәс, уны үҙегеҙгә ҡарағанда йәһәннәмгә икеләтә лайыҡлыраҡ итәһегеҙ.
16Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ. 17Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо? 18Һәм тағы: «Ҡорбан усағы менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан усағындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ. 19Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан усағымы? 20Шуға күрә ҡорбан усағы менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була. 21Алла йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була. 22#Ишғ 66:1.Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була.
23Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине. 24Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!
25Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ һауыт-һабаның тышҡы яғын таҙартаһығыҙ, ә эстә улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы. 26Һуҡыр фарисей, һин тәүҙә һауыттың эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!
27Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүекһегеҙ: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә менән тулы. 28Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.
29Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн төрбәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәберҙәрендәге һәйкәлдәрҙе биҙәйһегеҙ. 30«Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ. 31Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.
32Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ! 33Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ? 34Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ. 35#Баш 4:10.Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк. 36Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!
Ғайсаның Йәрүсәлим хаҡында көйөнөүе
(Лк 13:34-35)
37 # Ишғ 31:5; 65:2. Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 38Инде хәҙер Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. 39#Зәб 117:26.Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

ማድመቅ

ያጋሩ

ኮፒ

None

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ