Маҫҫайос 22

22
Туй мәжлесе хаҡында ҡисса
(Лк 14:16-24)
1Ғайса, уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне:
2 # Ишғ 25:6. – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған. 3Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән. 4«„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән. 5Ләкин теге кешеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән. 6Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән. 7Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. 8Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты. 9Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән. 10Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған. 11Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән 12һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән. 13Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән. 14Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.
Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау
(Мрк 12:13-17; Лк 20:20-26)
15Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо. 16Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе.
– Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың. 17Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға#22:17 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы?
18Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап:
– Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине. 19– Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ!
Уға динар килтереп бирҙеләр.
20– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса.
21– Ҡайсарҙыҡы, – тинеләр.
– Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.
22Улар, быны ишетеп, хайран ҡалдылар. Шунан Уны ҡалдырып киттеләр.
Үленән терелеү хаҡында һорау
(Мрк 12:18-27; Лк 20:27-40)
23Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре шул көндө Ғайса янына килеп ошондай һорау бирҙе:
24 # Ҡнн 25:5-6. – Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән. 25Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, нәҫел ҡалдырмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. 26Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. 27Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. 28Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул был ете туғандың ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!
29– Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 30– Терелгәс, улар өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. 31Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 32#Сығ 3:6.«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.
33Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.
Иң бөйөк бойороҡ хаҡында һорау
(Мрк 12:28-31; Лк 10:25-28)
34Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. 35Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Ғайсаны һынарға теләп:
36– Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.
37 # Ҡнн 6:5. – «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – 38Был беренсе һәм иң мөһим бойороҡ. 39#Лев 19:18.Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 40Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре ошо ике бойороҡҡа нигеҙләнгән.
Мәсих кемдең Улы?
(Мрк 12:35-37; Лк 20:41-44)
41Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса:
42– Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Улы? – тип һораны.
– Дауыт Улы, – тип яуап бирҙе улар.
43– Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хакимым тип атай ала? – тип һораны Ғайса. – Ул бит әйтә:
44 # Зәб 109:1. «Раббы минең Хакимыма:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“, – тигән».
45Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала?
46Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

ማድመቅ

ያጋሩ

ኮፒ

None

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ