Маҫҫайос 2
2
Аҡыл эйәләренең килеүе
1Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм#2:1 Бейт-Ләхәм – рус традицияһы буйынса был ҡала хәҙер Вифлеем тип атала. ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.
2– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.
3Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды. 4Һируд, халыҡтың бөтә баш ҡаһиндарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.
5– Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:
6 #
Мих 5:2. «Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм,
һин Йәһүҙә хакимдары араһында
һис тә иң бәләкәсе түгел,
сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ.
Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».
7Шунан һуң Һируд, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште лә:
8– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып Уға сәждә ҡылайым, – тип уларҙы Бейт-Ләхәмгә ебәрҙе.
9Батшаны тыңлағандан һуң, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм, Бала булған урынға килеп еткәс, туҡтап ҡалды. 10Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләре ҡыуанып бөтә алманы.
11Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан#2:11 Ладан – экзотик үҫемлектең киптерелгән сайыры. Уны яндырғанда хуш еҫле төтөн тарала. һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр. 12Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.
Мысырға ҡасыу
13Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде.
– Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
14Йософ, тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла төн йөҙөндә Мысырға юлланды. 15#Һош 11:1.Һируд үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Сабыйҙарҙы үлтертеү
16Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе. 17Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:
18 #
Йер 31:15. «Рама ҡалаһында көслө бер тауыш –
иңрәп, һыҡтап илау ишетелә:
балалары өсөн Рәхилә илай был.
Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй,
сөнки балалары юҡтар инде».
Мысырҙан ҡайтыу
19Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:
20– Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраил еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.
21Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраилға ҡайтты. 22Әммә, Йәһүҙиәлә Һируд урынында улы Архелайос батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә йәнә бер иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте. 23Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Currently Selected:
Маҫҫайос 2: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023