Маҫҫайос 18
18
Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем?
(Мрк 9:33-37; Лк 9:46-48; 17:1-2)
1Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп:
– Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем? – тип һораны.
2Ғайса, бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы 3ла:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. 4– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр. 5Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.
Ҡотҡо тураһында
(Мрк 9:43-47)
6Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
7Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
8Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк. 9Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле инеүең хәйерлерәк.
Аҙашып ҡалған һарыҡ хаҡында ҡисса
(Лк 15:4-7)
10-11Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала#18:10-11 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 11-се аят та бар: «Әҙәм Улы һәләк булғанды ҡотҡарырға килде»..
12Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме? 13Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. 14Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.
Әгәр имандашың гонаһ ҡылһа
(Лк 17:3)
15Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың. 16#Ҡнн 19:15.Тыңламаһа инде, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар, сөнки «һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланһын». 17Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә#18:17 Имандаштар берҙәмлеге – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «иманлылар йыйыны». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ. һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
18Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә нимәне тыяһығыҙ, шуны күктә Алла ла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе, күктә Алла ла рөхсәт итәсәк.
19Һеҙгә тағы әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, нимә генә һораһағыҙ ҙа, күктәге Атам уны үтәйәсәк. 20Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.
Мәрхәмәтһеҙ хеҙмәтсе хаҡында ҡисса
(Лк 17:4)
21Шунан һуң Уның янына Петрус килеп:
– Хакимым, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр ғәфү итергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.
22– Юҡ, етегә түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 23Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән. 24Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант#18:24 Талант – римлыларҙың иң ҙур аҡса берәмеге. Ул алты мең динарға тиң. Динар эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. 25Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. 26Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. 27Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән.
28Хеҙмәтсе иһә, киткәс, үҙенә йөҙ динар#18:28 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Бурысыңды түлә!» – тип талап иткән. 29Тегеһе уның аяғына йығылып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. 30Әммә тегеһе, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. 31Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм хәлде хужаларына барып һөйләп биргән. 32Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яуыз хеҙмәтсе! Һин ялбарып һорағас, бөтә бурысыңды бәхилләнем. 33Мин шәфҡәт күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә шәфҡәт күрһәтергә тейеш инең түгелме ни?» 34Асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, ғазаплаусылар ҡулына тапшырған.
35Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай эшләйәсәк.
Currently Selected:
Маҫҫайос 18: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023