Малахи 3
3
Вәғәҙә ителгән хәбәрсенең киләсәге
1«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип,
Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм.
Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара
Үҙ ҡорамына килер;
Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе –
Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
2Әммә уның килгән көнөнә кем сыҙай алыр?
Пәйҙә булһа, кем уның алдында баҫып ҡала алыр?
Сөнки ул көмөш иретеү мейесендәге ялҡындай,
Бар нәмәне таҙартҡан һелте шикелле.
3Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр:
Леви улдарын иретеп,
Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр.
Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән
Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.
4Борон замандарҙағы, әүәлге ваҡыттарҙағы һымаҡ,
Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең саҙаҡалары
Раббыға хуш булыр.
5Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен,
Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә,
Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға,
Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә,
Килмешәкте йәбер итеүсегә –
Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы
Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
6Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон,
Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.
7Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып
Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ,
Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ.
Миңә кире ҡайтығыҙ –
Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.
8Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң?
Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ.
Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ.
Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ.
9Башығыҙға ҡәһәр төшкән,
Сөнки һеҙ – бөтөн халыҡ бер булып
Мине талайһығыҙ.
10Ҡорамымда ризыҡ булһын –
Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ.
Мине шуның менән һынағыҙ:
Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы,
Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
11Уңышығыҙ харап булмаһын тип,
Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип,
Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
12Бар ҡәүемдәр бәхетле тип һанар һеҙҙе,
Сөнки хайран ерҙә йәшәйһегеҙ», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Раббының тоғроларҙы бүләкләйәсәге
13«Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. –
Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ –
тип һорайһығыҙ.
14„Аллаға хеҙмәт итеү – файҙаһыҙ,
Уның бойороҡтарын үтәүҙән,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хозурына
Хәсрәтле йөҙ менән инеүҙән ни файҙа күрҙек?
15Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ.
Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана,
Улар Алланы һынап торһа ла,
Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».
16Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.
17– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын. 18Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.
Currently Selected:
Малахи 3: БашИЯ2023
ማድመቅ
ያጋሩ
ኮፒ

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023