1
Сефанъяһ 3:17
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Сефанъяһ 3:20
Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын, Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын, Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын, Элекке именлекте бирермен, Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», – Раббы шулай тип белдерә.
3
Сефанъяһ 3:15
Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.
4
Сефанъяһ 3:19
Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች