1
Римдарға 8:28
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Римдарға 8:38-39
Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.
3
Римдарға 8:26
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
4
Римдарға 8:31
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
5
Римдарға 8:1
Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ
6
Римдарға 8:6
Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә
7
Римдарға 8:37
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
8
Римдарға 8:18
Иманым камил, беҙгә тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙ бер ни ҙә түгел.
9
Римдарға 8:35
Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?
10
Римдарға 8:27
Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына.
11
Римдарға 8:14
Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары.
12
Римдарға 8:5
Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә.
13
Римдарға 8:32
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
14
Римдарға 8:16-17
Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлап тора. Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
15
Римдарға 8:7
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
16
Римдарға 8:19
Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла, Алла Үҙенең балаларын ҡасан күрһәтер икән, тип сабырлыҡ менән көтә.
17
Римдарға 8:22
Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች