1
Римдарға 14:17-18
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора. Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Римдарға 14:8
Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ.
3
Римдарға 14:19
Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.
4
Римдарға 14:13
Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырырлыҡ һәм гонаһҡа ҡоторторлоҡ бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар ҡылайыҡ.
5
Римдарға 14:11-12
Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үҙемдең барлығым менән ант итәм, – Минең алдымда һәр кем теҙ сүгәсәк, һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы». Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.
6
Римдарға 14:1
Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.
7
Римдарға 14:4
Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች