1
Маҫҫайос 13:23
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Маҫҫайос 13:22
Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.
3
Маҫҫайос 13:19
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
4
Маҫҫайос 13:20-21
Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
5
Маҫҫайос 13:44
Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаған. Берәү уны табып алған да ҡабат күмеп ҡуйған. Шунан, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған.
6
Маҫҫайос 13:8
Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.
7
Маҫҫайос 13:30
Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች