1
Яхъя 13:34-35
Изге Яҙма
Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, һеҙҙең Минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе барыһы ла белер.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Яхъя 13:14-15
Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хакимығыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем.
3
Яхъя 13:7
– Һин әлегә Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.
4
Яхъя 13:16
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел.
5
Яхъя 13:17
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
6
Яхъя 13:4-5
Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал ураны. Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች