Раббы миңә былай тип яуап бирҙе:
«Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ,
Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.
Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай,
Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай,
Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт,
Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.