1
Даниил 6:10
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Даниил 6:22
Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ.
3
Даниил 6:26-27
Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ. Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды».
4
Даниил 6:16
Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች