Ҡанун 25
25
1Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр. 2Әгәр ғәйепле кеше һуҡтырыуға лайыҡлы булһа, хөкөмдар уны ергә ятҡырһын һәм үҙенең күҙ алдында ғәйебенә күрә һанап һуҡтырһын. 3Ҡырҡ тапҡыр һуҡтырырға мөмкин, тик шунан артмаһын. Сөнки артығын һуғыуҙан ҡәрҙәшегеҙ бөтә кешенең күҙ алдында кәмһетелгән хәлдә ҡалыр.
4Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма.
5Әгәр ағалы-энеле бергә йәшәп, береһе балаһы булмайынса үлеп китһә, уның тол ҡатыны ситкә кейәүгә сығырға тейеш түгел. Ҡәйнеше уға өйләнһен һәм уның менән йәшәһен. Шулай итеп, ул үлгән туғанының ҡатыны алдындағы бурысын үтәр. 6Ә ул ҡатын тапҡан беренсе ир бала үлгән туғанының исемен ала. Уның исеме Исраилда юғалып ҡалмаһын тип эшләнә был. 7Әгәр ҙә был кеше туғанының тол ҡалған ҡатынына өйләнергә теләмәһә, ҡатын, ҡала ҡапҡаһы янына барып, аҡһаҡалдарға: «Ҡәйнешем Исраилда туғанының исемен йәшәтеүҙән баш тарта, минең алдағы бурысын үтәмәй», – тип әйтһен. 8Ул саҡта аҡһаҡалдар, теге кешене саҡырып алып, өгөтләргә тейеш. Ул үҙенекендә ныҡ тороп: «Уға өйләнергә теләмәйем», – тиһә, 9еңгәһе аҡһаҡалдар алдына ҡәйнеше янына барһын да уның аяҡ кейемен систерһен һәм, йөҙөнә төкөрөп: «Туғанының нәҫелен дауам иттерергә теләмәгән кешене бына шулай итәләр», – тиһен. 10Был кешенең ғаиләһе Исраилда «Аяҡ кейеме систерелгәндең ғаиләһе» тип аталыр.
11Әгәр ике ир һуғышҡанда, береһенең ҡатыны ирен айырып алыр өсөн ҡулын һуҙып туҡмаусының ирлек ағзаһынан тарта икән, 12ул ҡатындың ҡулын ҡырҡ, йәлләп торма.
13Янсығыңда береһе ауыр, береһе еңел тартҡан ике төрлө гер ташы йөрөтмә. 14Өйөңдә береһе бәләкәй, береһе ҙур ике үлсәүең дә булмаһын. 15Герең дә, үлсәүең дә дөрөҫ һәм теүәл булһын. Шул саҡта Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр. 16Дөрөҫ булмаған герҙәр һәм үлсәүҙәр ҡулланған алдаҡсылар Аллаң Раббыға ерәнгес.
17Мысырҙан сыҡҡанда ғәмәлектәрҙең юлда һеҙгә нимә эшләгәнен онотма. 18Һеҙ арып-талсығып килгән саҡта, юлда һеҙгә һөжүм иттеләр ҙә артта ҡалған бөтә хәлһеҙҙәрҙе ҡырҙылар, Алланан ҡурҡманылар. 19Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!
Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:
Ҡанун 25: БашИЯ2023
Ìsàmì-sí
Pín
Daako

Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: