Шулай уҡ, шәмде тоҡандырғас, бер кем дә уны һауыт аҫтына ҡуймай, киреһенсә, уны шәмдәлгә ултырталар һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтәһе өсөн дә яҡтырта. Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.