Маҫҫайос 5:29-30
Маҫҫайос 5:29-30 БАШИЯ2023
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.