YouVersion လိုဂို
ရှာရန် အိုင်ကွန်

Матфей 3

3
Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
1Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы#3:1 Һыуға сумдырыу йолаһын үтәгәнлектән, Яхъяны «Сумдырыусы» тип атағандар. Һыуға сумдырылыу гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола. Яхъя килде.
2– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
3Ишағыя пәйғәмбәр:
«Сүлдә тауыш яңғырай:
„Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», –
тип Яхъя тураһында әйткәйне.
4Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 5Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө. 6Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.
7Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың#3:7 Фарисейҙар һәм саддукейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы төп дини төркөмдәр. һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине:
– Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте? 8Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! 9«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала. 10Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр. 11Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 12Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы
13Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде. 14Яхъя иһә:
– Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.
15– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса.
Яхъя быға риза булды. 16Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. 17Күктән:
«Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

လက်ရှိရွေးချယ်ထားမှု

Матфей 3: BskNT14

အရောင်မှတ်ချက်

မျှဝေရန်

ကူးယူ

None

မိမိစက်ကိရိယာအားလုံးတွင် မိမိအရောင်ချယ်သောအရာများကို သိမ်းဆည်းထားလိုပါသလား။ စာရင်းသွင်းပါ (သို့) အကောင့်ဝင်လိုက်ပါ

YouVersion သည် သင့်အတွေ့အကြုံကို စိတ်ကြိုက်ပြင်ဆင်ရန် ကွတ်ကီးများကို အသုံးပြုသည်။ ကျွန်ုပ်တို့၏ဝဘ်ဆိုဒ်ကိုအသုံးပြုခြင်းဖြင့် ကျွန်ုပ်တို့၏ ကိုယ်ရေးကိုယ်တာမူဝါဒတွင်ဖော်ပြထားသည့်အတိုင်း ကျွန်ုပ်တို့၏ cookies အသုံးပြုမှုကို သင်လက်ခံပါသည်။