1
Яхъя 12:26
Изге Яҙма
Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.
နှိုင်းယှဉ်
Яхъя 12:26ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Яхъя 12:25
Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.
Яхъя 12:25ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Яхъя 12:24
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.
Яхъя 12:24ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Яхъя 12:46
Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.
Яхъя 12:46ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Яхъя 12:47
Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем.
Яхъя 12:47ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Яхъя 12:3
Мәрйәм, бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып килеп, Ғайсаның аяҡтарына һөрттө, шунан үҙенең сәсе менән ҡоротоп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.
Яхъя 12:3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Яхъя 12:13
хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.
Яхъя 12:13ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Яхъя 12:23
Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы.
Яхъя 12:23ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ