1
Маҫҫайос 6:33
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.
နှိုင်းယှဉ်
Маҫҫайос 6:33ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Маҫҫайос 6:34
Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.
Маҫҫайос 6:34ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Маҫҫайос 6:25
Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?
Маҫҫайос 6:25ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Маҫҫайос 6:6
Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
Маҫҫайос 6:6ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Маҫҫайос 6:9-10
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә Һинең ихтыярың үтәлһен.
Маҫҫайос 6:9-10ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Маҫҫайос 6:11
Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.
Маҫҫайос 6:11ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Маҫҫайос 6:12
Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.
Маҫҫайос 6:12ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Маҫҫайос 6:13
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Маҫҫайос 6:13ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
9
Маҫҫайос 6:14
Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар.
Маҫҫайос 6:14ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
10
Маҫҫайос 6:26
Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?
Маҫҫайос 6:26ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
11
Маҫҫайос 6:19-21
Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай. Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит.
Маҫҫайос 6:19-21ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
12
Маҫҫайос 6:24
Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Маҫҫайос 6:24ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
13
Маҫҫайос 6:30
Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?
Маҫҫайос 6:30ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
14
Маҫҫайос 6:3-4
Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен. Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
Маҫҫайос 6:3-4ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
15
Маҫҫайос 6:1
Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.
Маҫҫайос 6:1ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
16
Маҫҫайос 6:16-18
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу. Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер.
Маҫҫайос 6:16-18ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ