1
Яхъя 17:17
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең.
နှိုင်းယှဉ်
Яхъя 17:17ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Яхъя 17:3
Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.
Яхъя 17:3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Яхъя 17:20-21
Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.
Яхъя 17:20-21ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Яхъя 17:15
Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм.
Яхъя 17:15ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Яхъя 17:22-23
Миңә Һин биргән шөһрәтте уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.
Яхъя 17:22-23ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ