1
Башланмыш 37:5
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.
နှိုင်းယှဉ်
Башланмыш 37:5ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Башланмыш 37:3
Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Исраил Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы күлдәк тектерҙе.
Башланмыш 37:3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Башланмыш 37:4
Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы.
Башланмыш 37:4ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Башланмыш 37:9
Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.
Башланмыш 37:9ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Башланмыш 37:11
Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
Башланмыш 37:11ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Башланмыш 37:6-7
– Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем! Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!
Башланмыш 37:6-7ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Башланмыш 37:20
– Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!
Башланмыш 37:20ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Башланмыш 37:28
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
Башланмыш 37:28ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
9
Башланмыш 37:19
– Ана, беҙҙең төш күреүсе килә! – тиештеләр.
Башланмыш 37:19ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
10
Башланмыш 37:18
Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.
Башланмыш 37:18ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
11
Башланмыш 37:22
Ниңә ҡан ҡойорға? Сүлдәге һыу соҡорона ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тик үҙенә ҡағылмағыҙ. Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны.
Башланмыш 37:22ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ