1
Сығыу 20:2-3
Изге Яҙма
БашИЯ2023
– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин. Минән башҡа аллаларың булмаһын.
နှိုင်းယှဉ်
Сығыу 20:2-3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Сығыу 20:4-5
Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама. Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Сығыу 20:4-5ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Сығыу 20:12
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Сығыу 20:12ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Сығыу 20:8
Шәмбе көнөн хәтереңдә тот һәм уны изге ит.
Сығыу 20:8ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Сығыу 20:7
Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.
Сығыу 20:7ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Сығыу 20:9-10
Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар, ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
Сығыу 20:9-10ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Сығыу 20:17
Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.
Сығыу 20:17ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Сығыу 20:16
Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Сығыу 20:16ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
9
Сығыу 20:14
Зина ҡылма.
Сығыу 20:14ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
10
Сығыу 20:13
Кеше үлтермә.
Сығыу 20:13ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
11
Сығыу 20:15
Урлашма.
Сығыу 20:15ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ